Республика конкурсын ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Профессиональ белем биреү ойошмаларының директорҙар советы тора.
Конкурс профессиональ модулдәрҙе, дисциплина-ара курстарҙа, профессиональ цикл практикаһында уҡытыу оҫталарының, фәндәр буйынса уҡытыусыларҙың араһында таланттарҙы асыҡлау һәм дәртләндереү, педагогик һөнәрҙең абруйын күтәреү, мәғариф һәм кадрҙар әҙерләү өлкәһендә алдынғы идеяларҙы пропагандалау, шулай уҡ иң яҡшы педагогик тәжрибәне өйрәнеү һәм таратыу маҡсатында үткәрелә.
Конкурс өс этаптан тора.:
I этап (һайлап алыу) – үткәреү ваҡыты – март;
II (республика) – үткәреү ваҡыты – апрель-май;
III (Бөтә Рәсәй йомғаҡлау) – үткәреү ваҡыты – октябрь
Конкурстың республика этабы программаһы 3 һынауҙы үҙ эсенә ала:
«Тәрбиәләп өйрәтеү һәм өйрәтеп тәрбиәләү». Республика конкурсы һөҙөмтәләре буйынса төбәк комиссияһы һөнәргә өйрәтеүсе производство оҫталары араһында «Йыл оҫтаһы» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыу өсөн еңеүселәрҙе билдәләй.
Республика конкурсының төбәк этабы еңеүселәре, номинанттары һәм призерҙары ҡиммәтле бүләктәр һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы дипломы менән бүләкләнәсәк.
Барлыҡ ҡатнашыусыларға уңыштар теләйбеҙ!
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы.