Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Март 2021, 19:24

ҒАЙСИНДЫҢ ТӘРБИӘЛӘНЕҮСЕЛӘРЕ ТАҒЫ ЛА ЕҢЕҮҘӘР ЯУЛАЙ

Ауырғазы спортсылары өс беренсе урын, өс икенсе, өс өсөнсө урын яуланы

13 мартта Туймазы ҡалаһының спорт аренаһында каратэ "кекусинкай” буйынса Башҡортостан беренселеге һәм чемпионаты үтте. Был ярыштарҙа Силәбе өлкәһенән, Татарстандың Әлмәт ҡалаһынан, Ульяновск, Туймазы, Өфө, Октябрьск, Ишембай, Салауат ҡалаларынан, Талбазы ауылынан спортсылар ҡатнашты.

Талбазы ауылының "Самурай" клубынан 19 йәш каратист ярыштарҙа үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәтте.

Өс беренсе урын, өс икенсе, өс өсөнсө урын күп нәмә тураһында һөйләй.

Сабина Хисаметдинова, Сармат Юлдашев, Айнур Рамазанов 1-се урынға лайыҡ булды.
2-се урын Илария Гиләжетдинова, Фәнис Хөснуллин, Эльвира Рахманбердыева, 3 – сө урын - Тимур Ҡурамшин, Роман Платонов, Владислав Алексеевтарҙа.

Тренерҙары Фәһим Ғайсин, әлбиттә, үҙенең тәрбиәләнеүселәре менән хаҡлы ғорурлана ала. Уларҙың уңыштарында - үҙенең һалған көсө, тырышлығы, ваҡыты, ә уҡыусылар остаздарының ышанысын аҡлай, ата-әсәләр ярҙамһыҙ ҡалдырмай.

Читайте нас: