Синоптиктар хәбәр итеүенсә, көндөҙ Башҡортостандың төньяҡ өлөшөндә ел көсәйеүе, секундына 15 метрға етеүе көтөлә. Автомобиль юлдарында ҡаты ҡышҡы һыуыҡтарҙағы хәл буласаҡ – ҡар яуыуы арҡаһында 1–2 саҡрымға тиклем күреү мөмкинлеге насарая.
Һаҡа температураһы ла шатландырмай – төнөн ул -12... -17 °С була, көньяҡ райондарҙа -20... -25 °С, урыны менән -30 °С булыуы көтөлә, көндөҙ -5... -10 °С.
Шулай ҙа иртәгәнән бер ни тиклем һауа шарттары үҙгәрә. 16 мартта яуым-төшөм көтөлмәй, көньяҡтан талғын ел иҫә. Төнөн -11... -16 °, урыны менән -21-гә тиклем, көндөҙ -1... -6 °.