Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Март 2021, 12:11

ПЕРМЬ КРАЙЫНДА ҘУР САРА ҮТӘ

Башҡорт тарихы йылына арнап, Пермь крайында Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре уҙғарыла.#ГодБашкирскойИстории #БашҡортТарихыЙылы

Сараның программаһында - оҫталыҡ дәрестәре, интерактив майҙансыҡтар, ата-әсәләр берләшмәһе өсөн онлайн-конференция, кинофильмдар күрһәтеү, концерттар.
18 мартта Барҙа районы Төндөк ауылында ғәйнә башҡорттары конференцияһын ойоштороу һәм Пермь районы Ҡуян ауылында Исмәғил Тасимовҡа мемориаль таҡта асыу төп саралар булып тора.

11 мартта ойоштороу комитетының сираттағы ултырышында сараларҙы әҙерләү барышы тикшерелгән. Был турала Республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Мәҙәниәт министрлығы белгестәре менән онлайн-кәңәшмәлә Пермь крайының Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге хеҙмәткәрҙәре, Барҙа, Пермь һәм Чернушинский райондары башҡорттары ҡоролтайҙарының етәкселәре, шулай уҡ Барҙа округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары һәм белгестәре ҡатнашты.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалы буйынса.

Фото: шул уҡ сығанаҡтан.
Читайте нас: