Республика хөкмәтенең вице-премьеры Ирек Сәғитов һүҙҙәренсә, ташҡын башланыу ваҡыты тураһында прогноз 25 мартҡа билдәле буласаҡ. Ошо ваҡытҡа тиклем бер аҙна алдан Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү системаһының Башҡортостандағы ярҙамсы системаһы көстәре һәм сараларын тикшереү үткәрелә.
Ташҡынға ҡаршы комиссия ултырышында муниципалитет һәм ҡала башлыҡтарына ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмау буйынса ниндәй саралар үткәреү тураһында тәҡдимдәр индерелде.
Төбәк хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса республика ташҡынға ҡаршы комиссия ағзалары район-ҡала округтарына беркетелде, сығымдар сметаһы раҫланды.
"БАШИНФОРМ" МӘҒЛҮМӘТЕ БУЙЫНСА.