Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Март 2021, 08:24

БАШҠОРТОСТАН ЕВРОПАҒА МАЛ АҘЫҒЫН ЭКСПОРТЛАУҘЫ АРТТЫРА

Башҡортостандың май экстракциялау предприятиелары йылдың тәүге ике айы эсендә экспортҡа 314 тимер юл вагонында көнбағыш төпрәһе һәм гранулалы шрот(концентрациялы мал аҙығы) оҙатты, тип билдәләнеләр Башҡортостандың Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү референт үҙәгендә.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Бындағы лабораторияла экспортҡа тигән бөтә агросәнәғәт продукцияның сифаты тикшерелә. Дөйөм алғанда, яуаплылығы сикләнгән «Шишмә май экстракциялау заводы» һәм «Элеватор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре Латвия һәм Литваның диңгеҙ порттарына үҫемлектән алынған 22 мең тоннанан ашыу ҡиммәтле мал аҙығы өҫтәмәләре оҙатты. Прибалтика илдәренән көнбағыш төпрәһе һәм шрот эре Европа илдәренә һалымһыҙ, таможня түләүҙәренән тыш экспортлана.
Республикала етештерелгән был мал аҙыҡтары Германияла, Бельгия, Нидерландтар һәм башҡа Евросоюз илдәрендә юғары һорау менән файҙалана. Уларҙы сусҡа, эре мал, ҡош һәм балыҡтарҙы һимертеү өсөн ҡулланалар. Шулай уҡ был мал аҙығы өҫтәмәләре ҡатнаш аҙыҡ етештереүҙә кәрәкле компонент булып тора.
Белешмә
Оператив мәғлүмәт буйынса, республиканың агросәнәғәт комплексы продукцияһының экспорт күләме 2020 йылда 165,4 млн долларҙан ашыу булған. Билдәләп үтергә кәрәк, «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған «Башҡортостан Республикаһында агросәнәғәт продукцияһын экспортлау» төбәк проекты буйынса уҙған йылда маҡсатлы индикатор 115 миллион доллар тәшкил иткән. Май продукцияһы экспорт структураһында өҫтөнлөк итә (дөйөм күләмдән 56,4%).
Читайте нас: