6 мартта Благовещен ҡалаһында "Контакт" спорт клубы кубогы”на республика ярыштары ойошторолдо. Унда балалар, йәшүҫмерҙәр, ҡыҙҙар, егеттәр араһында ката, кумитэ төрҙәре буйынса бәйге булды.
Ауырғазы районы Талбазы ауылынан "Самурай" клубының 6 ағзаһы төрлө дәрәжә еңеүҙәр яуланы.
Тимур Ҡурамшин, Дарья Платонова, Айнур Рамазанов 1-се урындарға сыҡты.
Айнур 16 - 17 йәшлектәр араһында 65 кг ауырлығы менән 75, 79 кг ауырлыҡтағы егеттәрҙе алға сығарманы.
Эльвира Рахманбердыева, Алмаз Сәйфутдинов - 2-се, Батырхан Ғайсин өсөнсө урынды алды.
Йәш спортсыларҙың етәксеһе, тренер Фәһим Ғайсин үҙенең Бәйләнештәге шәхси аккаунтында ярышта ҡатнашыуҙа ярҙамдары өсөн ата-әсәләргә, шулай уҡ ойоштороусыларға рәхмәтен белдерә.