Рух
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Март 2021, 19:24

«БЕРЕНСЕ РЕСПУБЛИКА» ФИЛЬМЫ ИЗРАИЛДӘ ХАЛЫҠ-АРА ФЕСТИВАЛДӘ ҠАТНАША

Кинорежиссер Булат Йосоповтың «Беренсе Республика» тарихи картинаһы оло ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Ул төрлө фестивалдәрҙә уңыш яуланы, әле иһә Израилдә үтәсәк халыҡ-ара Shoham Film Festival фестиваленең конкурс программаһына һайлап алынған.

««Беренсе Республика»ның халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнашыуын дауам итеүе һәм халыҡ-ара эксперттарҙа ҡыҙыҡһыныу уятыуы беҙҙең өсөн мөһим. Бына хәҙер - Израиль фестивале» - тип билдәләй фильмдың режиссеры Булат Йосопов.
Прокат бүлеге етәксеһе Гөлнара Яруллина әйтеүенсә, «Беренсе Республика» Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә Башҡортостан мәҙәниәтен сағылдырыусы тағы бер визит карточкаһы булды. «Быны киң фестиваль географияһы һәм Рәсәйҙә, Беларусь, Төркостан, Серб, АҠШ һәм Израиль илдәрендәге халыҡ-ара баһалама ағзаларының фекерҙәре иҫбатлай».
Читайте нас: