«Беҙ хәҙер Нур-Солтанда вәкиллек асырға әҙерләнәбеҙ. Күҙаллауҙарынса, ул үҙ эшен яҙ аҙағында башлаясаҡ. Төркиәлә һәм Австрияла беҙҙең ике вәкиллек эшләй инде, ә 2024 йылда улар һигеҙ буласаҡ, был Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса эшләнә», - тип хәбәр итте БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса Дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева.
Башҡортостан Республикаһы вәкиллеге Ҡаҙағстандағы Рәсәй Сауҙа вәкиллеге ҡарамағында эшләйәсәк. Эшсе төркөм бер нисә эшлекле осрашыу үткәрҙе, унда вәкиллекте асыуҙың ойоштороу һәм юридик аспекттары тикшерелде.
Визит сиктәрендә Башҡортостан делегацияһы Ҡаҙағстандағы Рәсәй Сауҙа вәкиллеге, ҡала, Рәсәй экспорты үҙәге етәкселеге, Рәсәй илселеге, Хеҙмәттәшлек һәм Тышҡы сауҙа палатаһы вәкиллеге менән осрашты.
Шулай уҡ Башҡортостан эшҡыуарҙары өсөн партнерҙар һәм контрагенттар эҙләү маҡсаты менән «Qaz Textile Industry» еңел сәнәғәт предприятиелары милли берекмәһе, Ҡаҙағстан Республикаһы эшҡыуарҙарының «Атамекен» милли палатаһы, «Business-To-Business KZ» яуаплылығы сикләнгән ширҡәте, машина төҙөүселәр, иген эшкәртеүселәр, төҙөүселәр союздары менән эшлекле бәйләнеш урынлаштырылды.
Мөһим осрашыуҙарҙың береһе Ҡаҙағстан Хәләл индустрияһы ассоциацияһы менән булды. Ике яҡ Башҡортостан предприятиеларының халыҡ-ара Хәләл сертификаттары алыу мөмкинлеге тураһында һөйләшеүҙәр алып барҙы.
Сит илдәрҙә Башҡортостан вәкиллектәре асыу «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә һәм 2.0 төбәк стандартын индереү маҡсатында башҡарыла.
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса Дәүләт комитеты.