Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Март 2021, 22:04

ТАҒЫ ЛА ТАРИХИ-МӘҘӘНИ ҮҘӘКТӘР БУЛАСАҠ

Башҡортостандың Балтас һәм Туймазы райондарында тарихи-мәҙәни үҙәктәр булдырыласаҡ.

Республика хөкүмәтенең тейешле ҡарары рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылып сыҡты. Документта билдәләнеүенсә, тарихи-мәҙәни үҙәктәр Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдары селтәрен киңәйтеү һәм уның эшмәкәрлеген камиллаштырыу өсөн ойошторола.
Туймазы районында Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге, Балтас районында – Мишәр тарихи-мәҙәни үҙәге барлыҡҡа киләсәк. Хәҙер был муниципалитет хакимиәттәренә тарихи-мәҙәни үҙәктәрҙе ойоштороуҙа ярҙам күрһәтергә һәм «закон талап иткән тәртиптә бина бүлергә» тәҡдим ителде. Әйткәндәй, беҙҙең төбәк был йәһәттән сикһеҙ уникаль булып тора. Башҡортостан Халыҡтар ассамблеяһы яҡынса 40 милли-мәҙәни берекмәне берләштерә, республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто составында 16 филиал эшләй.
“Панорама” журналы буйынса.
Читайте нас: