7 мартта республика территорияһында көслө ҡар яуыуы, буран сығыуы көтөлә. Ел тиҙлеге секундына 20 метрға етеүе ихтимал.
Юлдарҙа ҡар һырынтылары, ҡар өйөмдәре, боҙлауыҡ була, тип хәбәр ителә. 500 метрҙан йәки унан да яҡыныраҡ арала күреү мөмкинлеге насарая.
Республиканың ҡайһы бер райондарында төндә һауа торошо -25 градусҡа тиклем төшәсәк. Көндөҙ - 7, — 12 градус, көньяҡ-көнсығышта - 4-кә тиклем күтәрелә.
«Башинформ» мәғлүмәте буйынса.