Рух
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Март 2021, 01:07

РЕСПУБЛИКА ХАЛҠЫН «БАШҠОРТОСТАН ШИШМӘЛӘРЕ» ПИЛОТ ПРОЕКТЫНДА ҠАТНАШЫРҒА САҠЫРАЛАР

20 мартҡа тиклем «Башҡортостан шишмәләре» республика проектында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология буйынса йәштәр министры Рөстәм Сәйфетдинов һүҙҙәре буйынса, был төбәк территорияһында пилот проект булып тора. Уның ҡиммәте, иң элек, инде билдәле булған шишмәләрҙе һаҡлау ғына түгел, ә яңыларын эҙләү, уларҙы рациональ файҙаланыуҙы тәьмин итеү.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, был проекттың өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып шишмәләрҙән файҙаланыу мәҙәниәтен күтәреү, халыҡтың таҙа һыуға ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү, шулай уҡ республикала халыҡтың ғүмер оҙонлоғон арттырыу тора, был «Экология» милли проектының «Уникаль һыу объекттарын һаҡлау» федераль проектының маҡсаттары һәм бурыстарына тулыһынса тап килә.
Эште баһалағанда түбәндәге критерийҙар иҫәпкә алына: һыуҙың биологик составы, уны анализлау, объекттың тарихи әһәмиәте һәм мәҙәни ҡиммәте, шишмәнең торошо һәм туристарҙы ылыҡтырыу мөмкинлеге.
Тәҡдим ителгән проекттарҙа ҡатнашыу өсөн түбәндәге документтар кәрәк: шишмәне тәртипкә килтереүгә ғариза, фотоһүрәттәр, һыу объекттарының һыу анализы (15-тән кәм булмаған элементҡа химик анализ, органолептик, бактериологик тикшереү), муниципаль хакимиәттән ер милексеһе тураһында белешмә, генераль пландан яҙма, объекттың тарихи һәм мәҙәни ҡиммәтен раҫлаусы архив документтары.
Еңеүселәрҙе «Йәшел Башҡортостан» эксперттары, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостан хөкүмәте һәм йәштәр киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә йәмәғәт инспекторы, республиканың терәк юғары уҡыу йортонан студент-архитекторҙар һәм дизайнерҙа.
- Пилот проекты итеп шишмәләрҙе һаҡлау, төҙөкләндереү, тергеҙеү һәм эсәр һыуҙың яңы сығанаҡтарын эҙләү темаһы осраҡлы һайланманы. Беҙҙең республика үҙенең тәбиғәт сығанаҡтары менән бай, ә шишмә һыуына һорау ҙур, сөнки уның химик һәм биологик составы бай. «Башҡортостан шишмәләре» экологик проекты сиктәрендә халҡыбыҙ шишмәләрҙе төҙөкләндерер һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә алыр, тип ышанам. Бөтә битараф булмаған кешеләр беҙҙе хуплар һәм проектта әүҙем ҡатнашыр, тип уйлайым. Уртаҡ тырышлыҡ менән беҙ проектты үҙенсәлекле һәм республикабыҙ, илебеҙ өсөн мөһим сараға әйләндерербеҙ, - тине йәштәр министры.
Конкурс һөҙөмтәләре «Йәшел Башҡортостан».йәмәғәт ойошмаһы сайтында һәм Бәйләнештә төркөмөндә баҫыласаҡ.
Бөтә ойоштороу мәсьәләләре буйынса проект координаторына мөрәжәғәт итергә: Рөстәм Сәйфетдинов (89174783596). Районығыҙҙы күрһәтеп, конкурс документацияһын, шулай уҡ «Башҡортостан шишмәләре» тигән теманы күрһәтеп, хатығыҙҙы [email protected]. электрон почтаһына ебәрегеҙ. Почта аша заявкаларҙы: 450008, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 95, 311-се каб. адресына ебәрергә.
Читайте нас: