Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Март 2021, 14:02

ӨФӨЛӘ СПОРТ АКРОБАТИКАҺЫ БУЙЫНСА ЯРЫШТАРҘА АУЫРҒАЗЫ ҠЫҘҘАРЫ ҺЫНАТМАНЫ

Өфөлә спорт акробатикаһы буйынса Октябрь районы беренселеге ярыштары үтте.Тренер Динара Сәлихова етәкселегендәге спорт гимнастикаһы секцияһы тәрбиәләнеүселәре яҡшы әҙерлек, элементтарҙы үтәү техникаһын теүәл белеү оҫталығын, артислыҡ һәләтен күрһәтте.

3-4 мартта "Спартак" Олимпия резервы спорт мәктәбендә спорт акробатикаһы буйынса Өфө ҡалаһының Октябрь районы асыҡ беренселеге үтте.
Унда төрлө әҙерлек кимәле булған спортсылар ҡатнашты: «Йәш акробат» программаһынан башлап «Спорт мастеры»на тиклем, айырым программалар, яңғыҙ, парлы, төркөм менән мотлаҡ күнекмәләр комплексын үтәү буйынса сығыштар.
3 мартта Ауырғазы районы спорт мәктәбенең спорт акробатикаһы секцияһында йөрөүсе кескәйҙәр төркөмө «Йәш акробат» һәм 3-сө үҫмерҙәр разряды программаларында сығыш яһаны. Был улар өсөн бындай кимәлдәге беренсе ярыш. Өфө, Белорет ҡалалары, Дыуан, Ауырғазы райондарынан 94 спортсмен ошо программала ҡатнашты.
Мотлаҡ башҡарылырға тейешле күнекмәләр комплексын яңғыҙ башҡарыу йомғаҡтары буйынса Самира Сәйетғәлиева (2014 й) «Йәш акробат» программаһында 3-сө урынды яуланы.
3-сө үҫмерҙәр разряды программаһында Азалия Батаулина (2012 й) – 2-се, Азалия Аллағолова (2012 й) – 3-сө, Елизавета Гущина (2010 й) – 2-се урынға сыҡтылар.

4 мартта парҙар һәм төркөмдәр араһында ойошторолған ярыштарҙа Өфө, Стәрлетамаҡ, Благовещен, Белорет ҡалалары һәм Дыуан, Ауырғазы райондарынан 100 спортсмен акробатик оҫталыҡта көс һынашты.
2-се үҫмерҙәр разряды программаһында ҡыҙҙар пары араһында Нәркәс Хәмиҙуллина менән Ильзира Абдрахманова 3-сө урынға, 1-се үҫмерҙәр разрядында Рината Бәширова менән Самира Харисова 2 –се урынға лайыҡ булды.
Ә ҡыҙҙар араһында 1-се үҫмерҙәр разряды программаһында өс ҡыҙ сығышында Дарина Үтәева, Карина Үтәева һәм Эльвина Кәримова төркөмө 3-сө урынға сыҡты.

Еңеүселәргә һәм призлы урын яулаусыларға грамоталар, миҙалдар тапшырылды. Бар ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр бирелде.
Ауырғазы районы Балалар-йәшүҫмерҙәр спорт мәктәбе сайты мәғлүмәте буйынса әҙерләнде.
Фотолар шул уҡ сығанаҡтан.
Читайте нас: