Һыу һатып алыу тигән төшөнсә ҡасандыр ҡолаҡҡа ятып бөтмәһә лә, хәҙер ул күп кешеләр өсөн ғәҙәти күренеш. Талбазы ауылында ла был хеҙмәт күрһәтелә башланы. Үҙеңдең һауытты алып бараһың да, күпме кәрәк, шунса һыу алып ҡайтаһың. Яңы ҡоролма совет заманында газлы һут һатылған аппаратҡа оҡшаған.