Рух
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Март 2021, 00:21

БАШҠОРТОСТАН ТРАССАҺЫНДА 140 МИЛЛИОН ҺУМҒА ИКЕ ЮЛ БУЙЫ КОМПЛЕКСЫ ТӨҘӨЛӘСӘК

«Бөрө-Тастубә-Сатка» автоюлының Ҡариҙел районының Байҡы ауылы янында һәм М-7 «Волга» трассаһы буйында дөйөм инвестиция күләме 140 миллион һумлыҡ төҙөлөш проекттары Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелгән.

Инвестор «Юлдаш Сервис» ЯСЙ-ы юл сервисының күп ҡулланылышлы зоналарын төҙөргә планлаштыра. Унда транспорт өсөн туҡталҡа, ял өсөн майҙансыҡ, бәҙрәф, ҡойоноу бүлмәләре, автосервис пункттары, супермаркет, кафе, ҡунаҡхана, автокемпинг буласаҡ.
Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар, автомобилдә сәйәхәт итеүселәр өсөн сервис хеҙмәтенең киң спектры күрһәтеләсәк. Был комплекстарҙа 57 эш урыны буласаҡ тип күҙаллана.
«Башҡортостан юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо буйынса Рәсәйҙә икенсе урынды алып тора. Беҙ юл буйы сервисын үҫтереү өсөн инвесторҙар йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бирәбеҙ. Башҡортостандың төпкөл биләмәләрендә яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк, туризмды үҫтереү өсөн мөмкинлектәр, шулай уҡ инфраструктура объекттары буласаҡ», – тип белдерә Хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан территорияһында үҫеш концепцияһына ярашлы, 2024 йылға тиклем юл буйы сервисы объекттары ике тапҡырға артасаҡ, ә әле эшләгәндәре заман талаптарына ярашлы яңыртыласаҡ.
Читайте нас: