Рух
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Март 2021, 14:37
БАШҠОРТОСТАНДА «ЕҘЕМ ВИДЕОКАМЕРА ОБЪЕКТИВЫНДА» КОНКУРСЫ ИҒЛАН ИТЕЛДЕ
«Еҙем видеокамера объективында» видеороликтар конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризалар 31 майға тиклем ҡабул ителә#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
«Еҙем» тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәренең һүҙҙәре буйынса, конкурс тәбиғәткә, айырыуса һаҡланған тәбиғи биләмәләргә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү мәсьәләләренә иғтибар йәлеп итеүгә, шулай уҡ халыҡта экологик культура тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. «Экология» милли проекты «Биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм экологик туризм үҫеше» федераль проектының төп өҫтөнлөклө йүнәлештәренә тулыһынса тап килә.
«Еҙем» тәбиғи паркы республика әһәмиәтендәге айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияһы булып тора, уның биләмәһе экологик, рекреацион һәм мәҙәни тәғәйенләнештәге зоналарға бүленгән. Ул Ғафури районында урынлашҡан, дөйөм майҙаны - 36 482 гектар. Парк биләмәһендә 100-ҙән ашыу мәмерйә иҫәпләнә, шул иҫәптән Көньяҡ Уралда иң эреләрҙең береһе – Еңеүҙең 30 йыллығы исемендәге Киндерле мәмерйәһенең оҙонлоғо 13 саҡрым. Ошонда уҡ, Еҙем йылғаһы ағымы буйынса аҫтараҡ Октябрь мәмерйәһе урынлашҡан, ул республиканың тәрән мәмерйәләренең береһе (98 метр). Октябрь һәм Киндерле берҙәм спелеосистеманы тәшкил итеп(дөйөм оҙонлоғо 9,653 саҡрым), Рәсәй һәм Башҡортостандың үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора. Бынан тыш, 25-тән ашыу ғилми әһәмиәтле геологик объект бар
Эштәр дүрт номинация буйынса баһалана:
“Биштәр аҫып парк буйлап”,
“Мин былай булыуын теләмәйем...” (туристарҙың парк биләмәһендә насар ҡыланышы),
“Мин – ҡатнашыусы” (“Еҙем” тәбиғәт паркы ойошторған сараларҙа ҡатнашыусынан видеояҙма),
“Видеокамера объективы аша йәнлектәр һәм үҫемлектәр донъяһы”.
Конкурсҡа “Еҙем” тәбиғәт паркында урынлашҡан тәбиғи, мәҙәни, тарихи һәм туристик объекттарҙың төрлөлөгөн күрһәткән видеояҙмалар ҡабул ителә. Дүрт иң яҡшы видеояҙма авторына (командаһына) 2021 йылдың 10 июнендә иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла.
Видеояҙмалар 3 февралдән 30 майға тиклем
[email protected]
электрон адресы буйынса ҡабул ителә.
Фото: БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас:
Новости партнеров
Электрон тәмәке тартыусылар иғтибарына!
Башкирская шаль стала официальным брендом Зианчуринского района Башкирии
Дүртөйле районы башлыгы МХО яугирләреннән сәлам җиткерде