Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Март 2021, 12:24

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты: онкодиспансерға ике юғары технологиялы комплекс тапшырылды

Ағымдағы йылдың февралендә Республика клиник онкология диспансерына яман шешкә нур терапияһы үткәреү өсөн ике заманса һәм юғары технологиялы комплекс тапшырылды.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Был комплекстар ошондай ҡорамалдар етештереү йәһәтенән донъя лидерҙары иҫәбенә ингән компанияның юғары энергиялы тиҙләткестәрен үҙ эсенә ала. Кеше тәненең сәләмәт туҡымаларына доза һиҙелерлек кәмей, шулай уҡ пациенттар өсөн уникаль 6D-өҫтәл ҡатмарлы урында булған иң ҡатмарлы конфигурациялы шеште дауалау мөмкинлеге бирә. Һөҙөмтәлә дауалау ваҡыты кәмей, пациент артыҡ арымай, сеанстың сифаты ла юғары була.
Республика онкология диспансерында донъяның иң яҡшы үҙәктәрендә әҙерлек үткән юғары класлы белгестәр (радиологтар, рентгенологтар, медицина физиктары, шәфҡәт туташтары) командаһы тупланған.
Диспансерҙа яңы комплекстарҙа 50-гә яҡын ауырыу дауалана.
Читайте нас: