Рух
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Март 2021, 15:15

ҘУР АВАРИЯҒА СӘБӘПСЕ БУЛҒАН 18 ЙӘШЛЕК ВОДИТЕЛЬ БЕР ЙЫЛДА 54 ТАПҠЫР ЮЛ ҠАҒИҘӘЛӘРЕН БОҘҒАН

2 март Ауырғазы районында күп машиналар ҡатнашлығында авария булды. Кискә табан Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 70-се саҡрымында Иглин районынан 18 йәшлек егет «Nissan Almera» машинаһы менән башта «Skania» йөк машинаһына , һуңынан «ГАЗон Next» йөк фургонына бәрелә.


Авария һөҙөмтәһендә өс кеше - «Nissan»дағы пассажирҙар, 25 һәм 26 йәштәге Өфө кешеләре, шулай уҡ 24 йәшлек ҡыҙ – йәрәхәттәр менән дауаханаға эләгә.
Юл-транспорт фажиғәһе көслө ҡар яуған һәм буран мәлендә була.
Шулай ҙа, Дәүләт автоинспекцияһында белдереүҙәренсә, автомобиль йөрөтөү стажы ҙур булмаған водитель бер йыл эсендә 54(!) тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырылырға ла өлгөргән. Әле тикшереү бара.
2 мартта республика юлдарында 10 авария теркәлгән, барлығы 13кеше йәрәхәттәр алған. Бер тәүлек эсендә Дәүләт юл инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 2265 осрағын асыҡлаған, 27 водитель иҫерек килеш тотолған.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, юл ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәгеҙ!
Сығанаҡ: Башҡортостан ЮХХДИ-һы.
Читайте нас: