Рух
-12 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Март 2021, 14:00

«Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте янғын-тактик уҡыуҙар үткәрҙе

«Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте үҙенең производство объекттарының береһендә – Өфө районында урынлашҡан «Черкассы» линиялы производство-диспетчер станцияһында янғын-тактик уҡыуҙар үткәрҙе.

«Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте үҙенең производство объекттарының береһендә – Өфө районында урынлашҡан «Черкассы» линиялы производство-диспетчер станцияһында янғын-тактик уҡыуҙар үткәрҙе.
Был уҡыуҙар Өфө янғын-ҡотҡарыу гарнизоны һәм «Черкассы» линиялы производство-диспетчер станцияһының киҫкен хәл килеп тыуғанда йәки резервуар паркта янғын сыҡҡан осраҡта бер-береһе менән бәйләнеш булдырыу мөмкинлеген тикшереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Алдан әҙерләнгән сценарий буйынса, нефть һаҡлауға тәғәйенләнгән 5 мең куботметр һыйҙырышлы резервуарҙа янғын сыҡты.
Янғын урынына тәүгеләрҙән булып 60-сы янғын-ҡотҡарыу дежур ҡарауылы килеп етте. Ҡарауыл начальнигы шунда уҡ янғындың юғары хәүефлеген билдәләне һәм шартлы янғынды һүндереү өсөн автомобилдәрҙе кисекмәҫтән һыу сығанаҡтарына көйләргә һәм резервуарҙа янғынды һүндереү үҙәгенә тоташтырырға ҡушты. Янғын күбек менән тәьмин итеүсе махсус ҡорамал ярҙамында күбек менән һәм резервуар стеналарын һыуытыу ысулы аша һүндерелде.
Күнекмәлә барлығы янғысылар подразделениеһы һәм станция персоналынан ғибәрәт булған 43 кеше ҡатнашты, ете техника берәмеге йәлеп ителде. Янғынсылар һәм станция хеҙмәткәрҙәренең етеҙлеге ярҙамында “янғын” норматив ваҡытта һүндерелде һәм “ут” Черкассы» линиялы производство-диспетчер станцияһының башҡа производство объекттарына таралып өлгөрмәне.
Читайте нас в