Башҡортостан Республикаһы дәүләт идара итеүе үҫеше министры Геннадий Разумикин белдереүенсә, 2020 йылда Башҡортостан Республикаһында мобиль бәйләнеш операторҙары селтәрҙәре үҫеше буйынса ыңғай динамика күҙәтелә, Радио һәм электроника саралары, 2019 йыл менән сағыштырғанда, 3,053 меңгә күберәк булып киткән.
Операторҙар дүртенсе быуын мобиль бәйләнеше селтәрҙәрен әүҙем үҫтерә. 2020 йылдың туғыҙ айында 1,983 станция теркәлгән. GSM һәм 2G стандарттарындағы радио һәм электроника саралары 500-гә артҡан.
Яңы урындарҙа бағаналарҙың барлыҡҡа килеүе эшҡыуарлыҡ асыу һәм эшмәкәрлек алып барыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты маҡсаттарының береһе - бәйләнеш сифатын яҡшыртыу .
(Республика матбуғаты буйынса әҙерләнде).