Документтың әлеге редакцияһына ярашлы кинотеатрҙар, театр-концерт ойошмалары, мәҙәниәт йорттарында залдарҙың һыйҙырышлығы 85 проценттан артыҡ тулмаҫҡа тейеш һәм санитар-эпидемиологик талаптар ҡәтғи үтәлгән шарттарҙа ғына эшләй ала.
Төнгө клубтар (дискотекалар) һәм шуға оҡшаша башҡа объекттар шулай уҡ санитар нормаларҙы ҡәтғи үтәгәндә, килеүселәр 85 проценттан күп булмағанда эшләй ала.
Премьер-Лига, Континенталь хоккей лигаһы клубтары араһында футбол буйынса Рәсәй Чемпионаты, профессиональ спорт командалары матчтарын, башҡа ярыштар һәм саралар үткәргәндә трибуналар 85 проценттан артыҡ тулмаҫҡа тейеш.
Шул уҡ ваҡытта ҡатнашыусылар 200-ҙән күберәк булғанда эшлекле, күңел асыу, спорт сараларын үткәрмәҫкә, ә мөмкин булмағанда – ваҡытын күсерергә тәҡдим ителә.