Был турала Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышында парламент вице-спикеры Рөстәм Әхмәҙинуров белдерҙе.
Сығыш яһаусының һүҙҙәренсә, законһыҙ иҫертеү эсемлектәрен һатыусыларға ҡаршы программа 2020 йылда тормошҡа ашырыла башлай.
Ҡыҙыу элемтә телефонына суррогат етештереүселәр һәм һатыусылар тураһында 1600-ҙән артыҡ хәбәр килә. Сауҙа министрлығы белгестәре 750 рейд мәлендә биш мең берәмек ағыулы эсемлек тартып ала. Рөстәм Әхмәҙинуров «Туҡта. Суррогат» эшен дауам итәсәк һәм республиканың Эске эштәр министрлығы менән берлектә эшләйәсәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалы буйынса.