1 марттан яңы санитария ҡағиҙәләре үҙ көсөнә инә. Эсәр һыу сифатына, сүп-сар майҙансыҡтарының, биналарҙың торошона. ҡарата талаптары үҙгәрә. Был документ 2027 йылдың 1мартына тиклем ғәмәлдә буласаҡ.
Мәҫәлән, яңы ҡағиҙәләр матур һәм тәрбиәле ихаталарҙы күҙ уңында тота – йәшеллек, йылдың йылы ваҡытында уларға һыу һибеү, ҡаты өҫлөклө тротуарҙар һәм юл, шулай уҡ яҡшы яҡтыртыу. Бынан тыш, ихаталар көн һайын йыйыштырылырға, ә ҡыш боҙлауыҡ булмаһын өсөн тейешле эштәр башҡарылырға тейеш. Яңы санитар ҡағиҙәләр буйынса ихата территорияһында автомобилде йыуыу, тормозды тикшереү һәм сигнализацияһын көйләү тыйыла. Ихаталарҙың подъезд ишеген урынлашҡан яҡта тейәү һәм бушатыу эштәре рөхсәт ителмәй.
Шәхси мәғлүмәттәрҙе өҫтәмә һаҡлау
Граждандарҙың ризалығын алмайынса шәхси мәғлүмәтен таратыу тыйыла.
«Дөйөм ҡулланылыштағы мәғлүмәтте файҙаланыуға рөхсәт ҡағыҙын тултырған ваҡытта кеше үҙенең ниндәй мәғлүмәтен (исем-шәрифтәр, кеҫә телефоны, электрон почта, адресы һ. б.) асыҡтан-асыҡ файҙаланырға мөмкин, ә ҡайһыһын күрһәтмәҫкә икәнен тик үҙе хәл итә. Бынан тыш, ҡулланыусының беренсе һорауы буйынса операторҙар шәхси мәғлүмәттәрҙе бөтөрөргә тейеш. Өндәшмәү йәки бер ниндәй ҡарар ҡабул итмәү ниндәй шарттарҙа ла шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалыҡ биреү тип иҫәпләнергә тейеш түгел», — тип аңлатты дәүләт думаһы депутаты Рәмзил Ишһарин.
«Дача амнистияһы» оҙайтылды
Рәсәйҙә «Дача амнистияһы» тағы ла 5 йылға - 2026 йылдың 1 мартына тиклем оҙайтылды. Атап әйткәндә, 2018 йылдың 4 авгусына тиклем бирелгән дача һәм баҡса ере участкаһындағы торлаҡ һәм ер хоҡуҡтарын ябайлаштырылған тәртиптә рәсмиләштереү дауам итәсәк. 2018 йылдың 4 авгусына тиклем рөхсәт алмайынса төҙөлөш башлағандар өсөн күсеү осоро биш йылға оҙайтылды. Рәсәй халҡы элеккесә тейешле органға тейешле мәғлүмәт ебәрә ала, төҙөүгә һәм объектты сафҡа индереүгә рөхсәт кәрәк түгел.
Транспорттан балаларҙы төшөрөп ҡалдырыу тыйыла
Ун алты йәшкә тиклемге, бер үҙе йәмәғәт транспортында барған баланы мәжбүри төшөрөп ҡалдырыу тыйыла.
«Был сараны беҙ балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн индерҙек. Сөнки балалар төрлө сәбәптәр арҡаһында йәмәғәт транспортында билетһыҙ булыуы мөмкин, һәм уларҙы бер нимә асыҡламайынса төшөрөп ҡалдырырға ярамай. Транспорт баланы мәжбүри ҡыуып төшөрөү уның һаулығына һәм ғүмеренә хәүеф менән янай », — тине Дәүләт думаһы депутаты Рәмзил Ишһарин.
Балалар өлкәндәр менән бергә йөрөгәндә билетһыҙ булһа, яңы ҡағиҙәләр уларға таралмай — түләүҙән баш тартҡан осраҡта улар бергә яҡын туҡталышта сығырға тейеш. Яңылыҡтар автобустарға ла, электр транспорттарына ла ҡағыла.
Электрон хеҙмәт кенәгәһе - тулы стаж менән
Хәҙер һәр гражданин ҡағыҙ хеҙмәт кенәгәһендәге 2020 йылдың 1 ғинуарына тиклем хеҙмәт эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәтте үҙенең шәхси иҫәбенә индереүҙе һорап пенсия фондына мөрәжәғәт итә ала.
Хеҙмәт эшмәкәрлеге тураһында өҫтәмә мәғлүмәтте индереү, ҡағыҙ документ менән сағыштырғанда, уларҙың юғары кимәлдә һаҡланыуын тәьмин итә, шулай уҡ эшкә урынлашҡанда хеҙмәт стажы тураһында мәғлүмәтте алыуҙы ябайлаштыра.
2021 йылдың 1 мартынан 30 июненә тиклем алдағы календарь йыл эсендә килемдәре 30 миллион һумдан артҡан һатыу агрегаттары хужалары «Мир» карталары менән түләй алыу мөмкинлеге бирергә тейеш
«Закон килем күләмен этаплап кәметеүҙе билдәләй: 2021 йылдың 1мартынан 30 июнгә тиклем— 30 миллион һумға тиклем, 2021 йылдың 1 июленән — 20 миллион һумға тиклем. Был «Мир» карталарын түләүгә ҡабул итеүсе һатыусылар һәм агрегаттар һанын байтаҡҡа арттырасаҡ» — тип билдәләне Дәүләт думаһы рәйесе Вячеслав Володин.
Бизнес өсөн үтәлергә тейешле мотлаҡ талаптар өсөн махсус реестр булдырыла. Был исемлектә талаптар, шулай уҡ уларҙы урынлаштырыусы норматив хоҡуҡи акттар һәм уларҙың ғәмәлдә булыу ваҡыты була.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығынан.