Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Февраль 2021, 17:23

Өфөлә үтәсәк форумда экология үҫеше тенденциялары анализланасаҡ

Өфөлә экологик форум 2021 йылдың 10-12 мартта үтәсәк.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Был экологик мәҙәниәтте бизнес яғынан да, шул уҡ ваҡытта халыҡ һәм йәмәғәтселек яғынан да үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе төбәктәге берҙән-бер тармаҡлы күргәҙмә проекты. Ул «Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең комплекслы системаһын булдырыу» федераль проектының «Экология» милли проекты маҡсаттары һәм бурыстарына тулыһынса тап килә.
Уның ойоштороусылары - Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Башҡортостан күргәҙмә компанияһы.
Форум «Экология һәм технология» махсус күргәҙмәһен һәм киң эш программаһын берләштерә. Сара тәү тапҡыр гибрид форматта уҙғарыла, ҡатнашыусыларҙың форум барышын онлайн режимында күҙәтеп барыу мөмкинлеге бар йәки улар шәхсән ҡатнаша ала.
2021 йылдағы Ффорумдың төп ваҡиғаһы - « Киләсәк экологияһы һәм тотороҡло үҫеше: тенденциялар һәм заман саҡырыуы» Стратегик сессияһы. Модератор ролендә Тәбиғи ресурстарҙы һаҡлау буйынса «Рәсәй экологик йәмғиәт» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Рәшит Исмаилов саҡырылған. Был мөһим һөйләшеүҙәрҙә Рәсәй тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт, «Рәсәй экологик операторы», Рәсәйҙең эре сәнәғәт компаниялары эксперттары, шулай уҡ тотороҡло үҫеш өлкәһендә коммерция булмаған йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашасағы көтөлә.
Эшлекле программа сиктәрендә һыу ресурстарын рациональ ҡулланыу, атмосфера һауаһы мониторингы мәсьәләләре буйынса бер нисә түңәрәк өҫтәл һәм дискуссия майҙансығы ойоштороласаҡ.
Ҡалдыҡтар менән идара итеүҙә экология хәүефһеҙлеге мәсьәләләре төп темаларҙың береһе булып тора. Ҡулланыуҙың рациональ моделенә арналған айырым секция буласаҡ. Ведомство-ара кәңәшмәлә етештереү өлкәһендә хәүефле ҡалдыҡтар тураһында һүҙ барасаҡ.
Форумда тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға арналған темалар күп: «Файҙалы ҡаҙылмаларҙы законһыҙ сығарыуҙы киҫәтеү. Ер аҫты байлыҡтарын һаҡсыл ҡулланыу», «Урманды һаҡлау һәм рациональ файҙаланыу», « Хайуандар донъяһы объекттарын файҙаланыуҙы контролләү һәм браконьерлыҡҡа ҡаршы көрәш ».
Шулай уҡ форум майҙансығында Бөтә Рәсәй студенттарының фәнни-ғәмәли конференцияһының пленар ултырышында үтә.
Өфө ҡалаһы хакимиәте инициативаһы буйынса «Мегаполистың транспорт инфраструктураһы үҫешенең экологик аспекттары » секцияһы була.
Өфөлә үтәсәк экологик форум – профессионалдар өсөн генә түгел, ә тирә-яҡ мөхитте һаҡлауҙы тормош стиле итеп һайлаған ябай кешеләр өсөн дә мөһим ваҡиға.
Форум программаһында ижтимағи хәрәкәттәр, эколог-һәүәҫкәрҙәр өсөн саралар планлаштырылған.
Килеүселәр өсөн икенсел сеймалды ҡабул итеү буйынса акция ойошторола, эшкәртелгән материалдарҙан кейем дефилеһы күрһәтелә, шулай уҡ экодәрес үткәрелә.
Күргәҙмә экспозицияһы коммуналь һәм сәнәғәт ҡалдыҡтары, экопром, тирә-яҡ мөхит мониторингы, таҙа һыу, саф һауа, программа тәьминәте, иҫәпләү приборҙары кеүек йүнәлештәр менән таныштыра.
Бынан тыш, интернет һәм виртуаль күргәҙмә, эшлекле программаның онлайн форматы online.bvkexpo.ru. платформаһында тәҡдим ителә.
Экологик форумда һәм «Экология һәм технологиялар» махсуслаштырылған күргәҙмәһендә ҡатнашырға саҡырабыҙ. Саралар бөтә хәүефһеҙлек талаптарын һәм тәҡдимдәрҙе иҫәпкә алып үткәрелә.
Форумда ҡатнашыу мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итеү өсөн телефон: (347) 246-42-81, 246-42-85, [email protected], [email protected].
Күргәҙмәлә ҡатнашыу буйынса һорауҙар өсөн телефон: (347) 246-41-80, 246-42-37, e-mail: [email protected].
Читайте нас: