Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Февраль 2021, 19:25

Алдағы көндәрҙә ниндәй һауа торошо көтөлә?

Февраль һалҡынлығы, һауа торошоноң кинәт үҙгәреүҙәре менән аҙағына яҡынлаша. Синоптиктар тағы ниндәй көндәр вәғәҙә итә?

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, йома, 26 февраль, төнөн урыны менән, көндөҙ республика буйынса бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Көньяҡтан талғын ел иҫә. Төнөн һауа температураһы -21,-26, аяҙытҡанда -31, көндөҙ -13,-18.

Бындай һалҡындарҙа ата-әсәләр мәктәпкә балаларҙы йөрөтөү нормативын белергә тейеш.
Ауыл мәктәптәренең 1, 2, 3 һәм 4 класс уҡыусылары мәктәпкә минус 23 градуста, ҡала мәктәптәрендә - 25 градус һыуыҡта бармаҫҡа хоҡуғы бар.

Ауылдарҙа 5-9 кластарға дәрестәргә 25 градустан түбән булһа, ҡалаларҙа - 27 градус һалҡында бармаҫҡа мөмкин
Был мәғлүмәт рекомендация булараҡ бирелә. Ата-әсәләр үҙҙәре хәл итә.

Ә уҡытыусылар нисә градус һыуыҡ булыуына ҡарамаҫтан, мәктәпкә эшенә барырға тейеш. Бер генә бала мәктәпкә килгән осраҡта ла, уға дәрес үткәрелергә тейеш.

Ә шәмбе, 27 февраль, һиҙелерлек йылытасаҡ. Ҡар, урыны менән көслө, яуыуы, айырым райондарҙа буран көтөлә. Юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ буласаҡ, тип фаразлана.
Көньяҡтан урыны менән көсәйеүсән талғын ел.
Һауа температураһы төнөн -13,-18, көньяҡ-көнсығышта -23, көндөҙ -2,-7 градус булыуы көтөлә.
Читайте нас: