Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Февраль 2021, 19:41

«Уңайлы интернет» төбәк проектының инициаторы – республика хөкүмәте һәм «Башинформсвязь» йәмғиәте

Күләмле проекттың төп маҡсаты – ауылдарҙа йәшәүселәрҙең интернет булмау мәсьәләһен хәл итеү.

«Уңайлы интернет» программаһы буйынса Көйөргәҙе районы Яңы Муса һәм Белорет районы Уҫманғәле ауылдарын тапшырҙыҡ», — тип хәбәр итте Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.

Әлеге ваҡытта Башҡортостандың 30 ауылында төҙөлөш эштәре алып барыла. Проект, сүсле-оптик технологиялар ҡулланып, 262 бәләкәй ауылда бүлеү селтәрҙәре төҙөүҙе күҙ уңында тота.

«Был дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Сығымдарҙың яртыһын «Башинформсвязь» йәмғиәте үҙ өҫтөнә ала, — тип билдәләне республика етәксеһе. — Изоляция тәртибе һәм дистанциялы уҡытыу беҙгә көсһөҙ урындарҙы күрһәтте. Хатта ниндәйҙер кимәлдә рәхмәтлемен был хәлгә. Хәҙер аныҡ маҡсат – ауылдарыбыҙға интернет үткәреү. Тиҙлекле интернет, IP-телевидение һәм IP-телефония – республикала һәр кем ҡуллана алырлыҡ заманса минимум».

Был проекттың үҙенсәлеге шунда: интернет ауылға ғына түгел, ә граждандарҙың ғаризаһы буйынса һәр йортҡа еткерелә. Башҡортостанда бөтәһе 100 мең кешене һәм 40 меңгә яҡын йортто интернет менән тәьмин итеү күҙаллана.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы буйынса.

Читайте нас: