Быйыл ул бишенсе тапҡыр уҙғарыла. Йылдан-йыл популярлыҡ яулай барған сараның географияһы киңәйә, ҡатнашыусылары арта бара, ул хәҙер республика кимәленә сыҡты.
Программаның бик бай булыуы көтөлә: «Ылаҡ» уйыны, ат сабышы, «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы, уҡ атыу турниры. «Ылаҡ» ярышында ҡатнашыу өсөн биш команда ғариза биргән, улар араһында ҙур ярыштарҙың призерҙары бар.
Быйыл бүләк фонды ла арттырылған, ярыштарҙа еңеүселәрҙе шәп бүләктәр көтә. Быйыл тәүгә «Ылаҡ» ярышында еңгән командаға «Күсмә кубок» тапшырыла.
“Башинформ” буйынса әҙерләнде.