Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль 2021, 15:10

Ростов өлкәһендә 112-се Башҡорт атлы дивизияһының мультимедиа стенды асыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Ростов өлкәһендәге яңы музей комплексында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына арналған мультимедиа системаһы эшләй башлай

2020 йылдың авгусында, Ростов өлкәһен немец илбаҫарҙарынан азат итеү көнөнә арнап, «Самбек ҡалҡыулығы» милли хәрби-тарихи музей комплексы тантаналы асылды.

Комплекстың бер өлөшөн 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына тәғәйенләү алдан хәл ителгәйне.

Музейға дивизияның хәрби байрағының күсермәһе, дивизия яугирҙәре атып төшөргән немец самолетынан эшләнгән еҙ ҡурай, кавалеристар эйәре, бетеү, ҡамсы һәм Башҡортостан Республикаһының Үҙәк архивында һаҡланған документтар һәм фотоһүрәттәрҙең күсермәләре килтерелгән. Был эште башҡарыуҙа Ростов өлкәһенең башҡорт йәмәғәтселәре һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡатнашты.

Башҡорт ҡоролтайынан хәбәр итеүҙәренсә, яңыраҡ экспозицияға Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов ҡылысының күсермәһе ҡушылған. Музей етәкселегенә уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзалары Марсель Тойғонов, Артур Ғайсаров һәм Ростов өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мәхмүт Сәлимов тапшырған.

Делегаттар музейға мультимедиалы гид музейы өсөн махсус эшләнгән аппарат та килтергән. Музейға килеүселәр 112-се Башҡорт кавалерия дивизиһына арналған стендҡа яҡынайһа, махсус датчик эшләй башлай һәм башҡорт яугирҙәренең хәрби юлы һәм тарихы тураһында аудио-белешмә яңғырай.
Читайте нас: