Радий Хәбиров был юбилей датаһын үткәреүгә әҙерлек тураһында указға ҡул ҡуйған.
Документ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында урынлаштырылған.
Баш ҡаланың юбилейына әҙерләнеү буйынса ойоштороу комитетын төҙөргә, уға Өфө хакимиәте менән берлектә Өфөнөң 450 йыллығын үткәреүгә бәйле саралар планын әҙерләргә һәм раҫларға ҡушылды.
Республика хөкүмәтенә указды ғәмәлгә ашырыу менән бәйле сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләү бурысы йөкмәтелгән.
“Башинформ” мәғлүмәте буйынса әҙерләнде.