Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль 2021, 01:26

Быйыл Үлемһеҙ полк нисек ойоштороласаҡ?

Башҡортостан Хөкүмәте Йортонда «Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы» хәрәкәтенең төбәк штабы ултырышы үтте, тип хәбәр итә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығыУнда быйыл Өфөлә һәм республикала «Үлемһеҙ полк» акцияһын ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде.

Белеүегеҙсә, коронавирусҡа бәйле хәл арҡаһында үткән йылдағы акция үҙенсәлекле форматта үтте.

Виртуаль «Үлемһеҙ полк» ойошторолдо. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың анкеталары polk02.ru порталына урынлаштырылды. Уларҙың фотоһүрәттәре Башҡортостан юлдаш телеканалында һәм медиэкрандарҙа күрһәтелде.

Быйыл иһә акция тулы масштаблы форматта уҙғарыласаҡ тип хәл ителде. Ултырышта Өфөнөң Үлемһеҙ полкы колоннаһы Октябрь проспекты менән Һалле ҡалаһы исемендәге урам киҫелешенән Шота Руставели урамына тиклем атлаясаҡ.

Республиканың барлыҡ муниципалитеттарында Үлемһеҙ полк колоннаһын теҙеү, уның хәрәкәт итә башлау ваҡыты, дөйөм республика Тынлыҡ минуты билдәләнде.
Читайте нас: