Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2021, 13:35

Туған телдәрҙә диктант яҙыуға ҡушылығыҙ!

Быйыл Халыҡ-ара диктант 2021 йылдың 20 февралендә 11.00 сәғәттән 13.00 сәғәткә тиклем уҙғарыла. Уны Башҡортостан Республикаһы телдәрендә (рус, башҡорт, татар, мари, удмурт) яҙырға мөмкин.

Диктант тексын Башҡортостан Республикаһы Фән һәм мәғариф министрлығы әҙерләй. Диктантты теләгән һәр кеше яҙа ала.
Сара онлайн рәүештә ойошторола, текст уҡылған видеояҙма https://bash-mir.ru/ сайтына ҡуйыла.
Башҡорт телендә диктант яҙыу өсөн ябай ҡағыҙ ҡулланырға йә махсус бланк сығарып алырға мөмкин.
Диктант яҙғандан һуң уның сканын йәки яҡшы сифатлы фотоһүрәтен [email protected] электрон почтаһына 21 февралдең 23.59 сәғәтенән дә һуңға ҡалмайынса ебәрергә кәрәк.
Һеҙҙең хатҡа яуап итеп ҡатнашыусы сертификаты ебәреләсәк. Диктант һөҙөмтәләре БР Мәғариф һәм фән министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары сайттарында урынлаштырыласаҡ.
Башҡорт телендә яҙыласаҡ диктантҡа ҡушылығыҙ! Әүҙем булайыҡ!
Читайте нас: