Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2021, 12:13

-35 градусҡа тиклем һыуыта

Республикала алдағы өс көндә тағы ла нығыраҡ һыуыҡтар буласаҡ.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәренә һылтанып, байрам көндәренә тағы ла һыуыҡ көндәр килеүен хәбәр итә.
Йома, 19 февралдә, көн аяҙлы-болотло була. Бер аҙ ҡар яуа. Һауа температураһы -13,-18 градус. Юлдарҙа боҙлауыҡ, көньяҡ-көнсығышта ҡар һырынтылары. Ел төньяҡтан, йүнәлешен көньяҡ-көнбайышҡа үҙгәртеүсән талғын.
Шәмбе, 20 февралдә, шулай уҡ бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Термометр бағанаһы төндә -20,-25, аяҙытҡанда 27,-32, көндөҙ -15,-20 градусҡа төшә.

Йәкшәмбе, 21 февралдә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -25,-30, аяҙытҡанда -35, көндөҙ -17,-22 градус.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, сәләмәт булығыҙ!

Читайте нас: