Башҡортостандың көньяғында елдең секундына 18 метр тиҙлектә иҫеүе, көслө ҡар, буран ваҡытында 500 метрҙан күреү мөмкинлегенең кәмеүе көтөлә, тип иҫкәртә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.
Һауа шарттарын иҫәпкә алып, юлдарҙа айырыуса иғтибарлы булырға, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа һәм тиҙлек режимын үтәргә кәрәк.
Көслө ел ваҡытында автомашиналарҙы ағастар һәм нығытылмаған конструкциялар янында ҡалдырыу хәүефле.
Һауа температураһы төндә — 23-28, урыны менән 33 градус һыуыҡ. Көндөҙ минус 12-17 градус.
Ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу өсөн берҙәм номер – 112.