Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Февраль 2021, 22:16

Мәҙәниәт хеҙмәткәре көнө «Арт-Ҡоролтай» форумы менән билдәләнәсәк

25 мартта Мәҙәниәт хеҙмәткәре көнө билдәләнә. Шул уңайҙан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры Азат Баҙранов «Арт-Ҡоролтай» төбәк мәҙәни форумын ойошторорға тәҡдим итте.

25 мартта Мәҙәниәт хеҙмәткәре көнө билдәләнә. Шул уңайҙан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры Азат Баҙранов «Арт-Ҡоролтай» төбәк мәҙәни форумын ойошторорға тәҡдим итте.
Коронавирус пандемияһы хәүефе барлыҡҡа килеү арҡаһында Мәҙәниәт министрлығы уҙған йылдағы башланғысы тормошҡа ашырылмай ҡалды.
«Форумда аралашыу республика мәҙәниәтен үҫтереү йүнәлештәрен стратегик күреүҙә файҙалы ҡорал булыуы ихтимал. Бынан тыш, беҙ 26 мартта «Фольклориадаға тиклем 100 көн»гә кире иҫәпте башларға уйлайбыҙ», — тип хәбәр итте Азат Баҙранов.
Баш ҡала, шулай уҡ барлыҡ республика халҡы байрамса мөхитте тойорға тейеш, тип билдәләне Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова,
Форумды йыл һайын ойошторорға тәҡдим ителә.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәрҙәре буйынса.
Читайте нас: