Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Февраль 2021, 14:39

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты: Республика ашығыс ярҙам станцияһына ViPNet Coordinator бирелде

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында Республика ашығыс ярҙам станцияһына ViPNet Coordinator бирелде.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Координаторға «Ҡушымталарҙы контролләү» тигән программа өҫтәлгән, ул селтәрҙәге ҡушымталар әүҙемлеген конторлгә ала һәм координаторҙы һаҡлауҙы тәьмин итә. Был ҡулланыусы рөхсәтенән тыш селтәр әүҙемлеге күрһәткән теләһә ниндәй ҡушымталарға ҡалҡан булып хеҙмәт итә.
ViPNet селтәренән ҡулланыусының алыҫлыҡта урынлашҡан компьютерына һаҡланған инеү мөмкинлеге бирә («Һаҡланған селтәр» тәҙрәһе аша). Был осраҡта Remote Administrator, Remote Desktop Connection һәм VNC тышҡы программалары ҡулланыла.
-Программала ҡулланыусының пароленең ғәмәлдә булыу ваҡытын күҙәтеү саралары, паролде үҙгәртеү, шулай уҡ файҙаланыусылар бер нисә булһа, башҡа кеше исеменән программаға инеү мөмкинлеге ҡаралған, -тип билдәләне төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева.- Был ҡоролма ашығыс медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән пациенттарҙың электрон мәғлүмәт базаһын һаҡлау мөмкинлеге бирә (уларҙың диагнозы, паспорт мәғлүмәттәре һ. б.)
Читайте нас: