Рух
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Февраль 2021, 00:34

Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылы планын әҙерләүгә етди ҡарарға ҡушылды

Башҡортостан Республикаһы вице-премьеры Ленара Иванованың Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылын уҙғарыу планы тураһында доклады ҡабул ителмәне

Ленара Иванованың Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылын уҙғарыу планы тураһында доклады ҡабул ителмәне
2021 йыл республикала Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылы тип иғлан ителде, ул үлемде кәметеүгә, халыҡтың йәшәү сифатын күтәреүгә һәм ғүмер оҙонлоғон арттырыуға йүнәлтелгән.
15 февралдә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы вице-премьеры, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованың Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылын уҙғарыу планы тураһында докладын ҡабул итмәне.

Республика етәксеһе белдереүенсә, докладта республика буйынса үлемде кәметеү буйынса аныҡ саралар тәҡдим ителмәгән.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән ентеклерәк эшләргә һәм уларҙың һәр береһе буйынса күрһәткестәрҙе кәметеү буйынса план төҙөргә кәрәк, тине Р.Хәбиров.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалы буйынса.
Читайте нас: