Рух
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Февраль 2021, 19:25

Бөгөн – Яугир-интернационалистар көнө

Бөгөн илебеҙҙә сит ерҙәрҙә хеҙмәт бурысын үтәгән яугирҙәре иҫкә алыу көнө билдәләнә.

32 йыл элек, 1989 йылдың 15 февралендә, совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарылды, был көн шуға бәйле.
1979-1989 йылдарҙа Афғанстанда хәрби хәрәкәттәрҙә 15 мең самаһы совет һалдаты һәләк булған.
2011 йылға тиклем 15 февраль яугир-интернационалистар көнө булараҡ билдәләнде.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Тыуған илдән ситтә хеҙмәт бурысын үтәгән яҡташтарыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алды һәм Өфөнөң Комаров урамындағы «Ҡайғырыусы әсә» мемориалына сәскәләр һалды.
Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яугир-интернационалистарҙы сикһеҙ хөрмәт итеүе, уларҙың һис ҡасан булмағанса илебеҙгә, йәштәргә, Тыуған илгә кәрәклеген билдәләп үтте.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалы буйынса.
Читайте нас: