Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2021, 20:10

Әйҙә, сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ!

13 февралдә Ауырғазы районында «Рәсәй саңғы юлы-2021» ярыштары үтәсәк

13 февралдә Ауырғазы районында «Рәсәй саңғы юлы-2021» ярыштары үтәсәк

Шәмбе көн, 13 февралдә, район мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда 10:30 сәғәттә Бөтә Рәсәй «Рәсәй саңғы юлы-2021» күмәк ярышын асыу тантанаһы була.

Иртәнге сәғәт 9-ҙан 10-ға тиклем теркәлеү үтергә кәрәк.Сәғәт11-ҙә урман паркында ярыштар башлана.

«Атай, әсәй, мин – саңғысылар ғаиләһе» ярышы эстафета формаһында ойоштороласаҡ. Унда мәктәп йәшендәге балалары булған ғаиләләр ҡатнаша ала.

Ҡатнашыу өсөн заявка ошо электрон адресҡа ебәрелә: aur.sport@mail.ru или [email protected]

Тулы мәғлүмәтте 2-01-56 телефоны аша белергә була.
Читайте нас: