Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2021, 19:18

ПРЕДУНИВЕРСАРИЙ ҺӨНӘР ҺАЙЛАУҒА БУЛЫШЛЫҠ ИТӘ

Ауырғазы районы хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгән беренсе район булды

Дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡ филиалы яңы проект буйынса эш башланы. Был - «Next Generation» универсарий селтәрен булдырыу буйынса комплекслы уҡыу-уҡытыу проекты. Уға ярашлы, юғары уҡыу йорто уҡытыусылары өлкән класс уҡыусылары өсөн профилле предметтар буйынса белем бирә.
Проект Рәсәй Дәүләт думаһы депутаты Алексей Изотовтың әүҙем булышлыҡ итеүе менән мөмкин булды. Башҡортостан буйынса ул 10 районда тормошҡа ашырыласаҡ.
Ауырғазы районы хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгән беренсе район булды. Район уҡыусыларының юғары техник уҡыу йортонда беле алыу өсөн әҙерлек үтеү, буласаҡ һөнәрҙе уйлап һайлау өсөн мөмкинлектәре буласаҡ.
Проект Талбазы лицейы базаһында эшләй башлаясаҡ.
(Район хакимиәте урынбаҫары С.Цукановтың шәхси сәхифәһенән).
Читайте нас: