Рух
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Февраль 2021, 20:01

Ауырғазы үҙәк район балалар китапханаһында «Фольклор йәйғоро» проекты эшләнде

Ауырғазы үҙәк район балалар китапханаһында, 2021йылдағы VI Бөтә донъя фольклориадаһына арнап, «Фольклор йәйғоро» проекты эшләнде

«Фольклор йәйғоро» проекты балаларҙы илебеҙ мәҙәниәтенә ылыҡтырыу һәм халыҡ ижадының киң таралыуына булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән.

Халыҡ ижады – ул республиканың милли мәҙәни мираҫының мөһим ҡиммәте.
Проект балаларҙы илебеҙ мәҙәниәтенә, халыҡтарҙың музыка-этнография ижадына ылыҡтырыу менән бергә мәҙәни традицияларҙың күсәгилешлеген һаҡлауға ла иғтибар итә.
Үҙәк район балалар китапханаһы проектҡа арналған символ булдырҙы. Унда башҡорт һәм урыҫ халҡы вәкилдәре, йәйғорҙа Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың орнаменттары төшөрөлгән. Был символ фольклор байрамдарында ауыл китапханалары араһында эстафета рәүешендә тапшырыласаҡ.
Үҙәк район балалар китапханаһынан ул Мәсәйле ауыл китапханаһына тапшырыла.
(Район үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре сайтынан).
Читайте нас: