Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Февраль 2021, 18:40

“Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проектын тормошҡа ашырыу йомғаҡтары: мәсьәләләр үтәлде, күрһәткестәргә ирешелде.

5 февралдә Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығында Йәмәғәт палатаһы ултырышы үтте.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Төбәктәге эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, ултырышта ҡыҫҡартылған составта ҡатнаштылар.
Төп һорау булып 2020 йылда «Урмандарҙы һаҡлау» төбәк проектын тормошҡа ашырыу буйынса йомғаҡ яһау торҙо. 2021 йылға мәсьәләләр ҡабул ителде.

Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы ҡаршыһындағы Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Алексей Кулагин билдәләүенсә, үткән йылға мәсьәләләр тулыһынса үтәлгән, ҡуйылған бурыстарҙың күрһәткестәренә өлгәшелгән.

- Республиканың урман хужалығы учреждениелары урман хужалығында кәрәкле һәм янғынға ҡаршы заман техникаһы менән йыһазландырылыуын дауам итә. 2020 йылда хеҙмәткәрҙәр урмандарҙы тергеҙеү һәм үрсетеү буйынса эштәр комплексын башҡарҙы, республика тораҡ пункттарын йәшелләндереүҙә ярҙам күрһәтте, ҡала һәм ауыл кешеләре менән бергә ағас ултыртыу һәм биләмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса ла ойошторолған акцияларҙа әүҙем ҡатнашты.
Йәмәғәт палатаһы ағзалары урман культураларын ултыртыу материалын үҫтереү, 2021 йылға урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге буйынса көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышты.

Уҙған йылдағы миҙгелдең ҡатмарлы булыуын иғтибарға алып, яуаплы ведомстволар араһында хеҙмәттәшлекте көсәйтергә ҡарар ҡабул ителде.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда республиканың урман фондында дөйөм майҙаны 3726 гектарҙа 165 янғын теркәлде. Айырыуса ҡурсаланған тәбиғәт объекттарында (Көньяҡ Урал дәүләт ҡурсаулығы,Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы) 1972 гектарҙа 7 янғын булды.
Урман янғындарын тиҙ арала һүндереү күрһәткесе 82,4% булды (Дәүләт программаһы буйынса 55,9%), йәки 165 янғындың 136-һы беренсе тәүлектә һүндерелде.


2021 «Экология» милли проектының «Урмандарҙы һаҡлау» өлөшөндә 162,3 миллион һум тотоноу ҡаралған. Шул иҫәптән 36,9 миллион һумы - махсус техника һәм урмандарҙы янғындан һаҡлау өсөн ҡоролмалар менән йыһазландырыуға.
Читайте нас: