Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Февраль 2021, 18:02

Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аккучукова вафат булды

Билдәле йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аккучукованың яҡындары һәм коллегалары һүҙҙәренсә, ул 29 декабрҙән бирле коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшкән.

12 февралдә уға 71 йәш тулыр ине.
Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аккучукованың исеме һәр кемгә таныш.
Моңло, халыҡсан йырҙары менән күптәрҙе һоҡландырған сәхнә оҫтаһы Роза Сабирйән ҡыҙы 1950 йылдың 12 февралендә Белорет районы Абҙаҡ ауылында тыуған. 1973 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, Башҡорт филармонияһына эстрада артисы итеп эшкә саҡырыла. Яңғыҙ йырлау программаларын әҙерләй, йырсының исеме милли колоритлы үҙенсәлекле лирик тауышы, тәбиғи тембры менән киң танылыу яулай.
А. Ғайсиндың «Аҡҡоштар», Н. Абдуллинаның «Йәшел яулыҡ», «Ромашкалар», А. Хәлфетдиновтың «Алтын балдак», «Һин ултыртҡан муйыл», Р. Хәсәновтың «Ник йылмайҙың», «Һине эҙләйҙәр», шулай уҡ «Һылыу ҡыҙҙар», «Әбйәлил ҡобайыры», «Сеңләү», «Ҡыр ҡаҙҙары», «Һарыласәс» башҡорт халыҡ йырҙары тамашасылар араһында бик популяр. Был йырҙарҙа уның күңел донъяһы, тамашасыға еткерергә теләгән уй-хистәре сағылған.
Йырсының «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «алтын фонды»нда уның башҡарыуында бик күп йырҙар бар, улар радиола һәм телевидениела йыш яңғырай.
1999 йылдан Башҡорт филармонияһының баш администраторы була.
Читайте нас: