Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Февраль 2021, 23:45

Башҡортостанда ҡырағай ҡабандарҙы ата башлайҙар

Республикала сусҡалар араһында Африка тағуны таралыу хәүефенә бәйле ҡырағай ҡабандарҙы ата башлайҙар, тип белдерә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Ҡырағай ҡабандарҙың һаны 4 мең гектарҙа берәүҙән артмаҫҡа тейеш.

Дүшәмбе, 8 февралдә, хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, сусҡасылыҡ хужалыҡтары тирәләй 10 саҡрым радиуста бер ҡабан да булырға тейеш түгел, тип бойороҡ бирҙе.

Башҡортостанда сир йоҡтороу осраҡтары теркәлмәгән.

Ә 2021 йылдың бер айында Рәсәй буйынса һигеҙ субъектта 18 сығанаҡ асыҡланған.

Күрше республикала, Башҡортостан менән сиктәш Әлмәт районында ла ауырыу сығанағы табылған. Бер һунарсылыҡ хужалығында ҡабандың түшкәһен тикшергәндә тағун геномы асыҡланған.

Татарстан һәм Силәбе өлкәһе хужалыҡтарында ҡош киҙеүе буйынса ла бер нисә осраҡ асыҡланған.

Радий Хәбиров шулай уҡ Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығына хайуандарға һәм ит продукцияһына контролде көсәйтергә ҡушты.

Ә шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға килгәндә, уларҙа сусҡаларҙы ялан кәртәгә сығармаҫҡа кәңәш ителгән.

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығынан.

Читайте нас: