Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Февраль 2021, 16:03

«IT-Куб» - өҫтәмә белем биреүҙең яңы форматы

2020 йылда Өфө ҡалаһының 162-се «Смарт» күп профилле полилингваль мәктәбендә «IT-Куб» һанлы белем биреү үҙәге асылды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров был үҙәктең эше менән танышты.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Үҙәкте асыу «Белем биреү» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды. Уны булдырыуға 13,2 миллион һум аҡса йүнәлтелгән, шуның 12,9 миллион һумы – федераль бюджеттан.
«IT-Куб» – уҡыусыларға өҫтәмә белем биреүҙең бөтөнләй яңы форматы. Уның эшмәкәрлегенең маҡсаты – мөһим һәм кәрәкле белемдәрҙе, телекоммуникация һәм мәғлүмәт технологиялары өлкәһе күнекмә һәм компетенцияларҙы тиҙләтелгән үҙләштереү.
– Кубтың алты ҡыры булған кеүек, «IT-Куб»та алты лаборатория эшләй. Беҙ уларҙа программалау телен, ҡушымталар эшләүҙе, киберхәүефһеҙлеккә өйрәтәбеҙ. Йәғни, республикабыҙҙың һәм дәүләттең киләсәген булдырабыҙ. Сөнки хәҙер иҡтисадтың бөтә өлкәләре кибертехнология менән туранан-тура бәйле, – тине Башҡортостан Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. – «IT-Куб» үҙәктәре тик мәктәптәрҙә генә буласаҡ, сөнки балаларға был уңайлы. Уларҙың беренсе йәки икенсе сменала уҡыуына ҡарап, уҡыусылар төшкә ҡәҙәр йәки төштән һуң шөғөлләнә ала.
«IT-Куб»ҡа 450 бала бушлай йөрөй ала. Әлегә 200-гә яҡын уҡыусы төркөмгә яҙылған. Буласаҡ программистарҙы йыйыу дауам итә, өҫтәүенә, лабораторияларҙа Өфөнөң барлыҡ мәктәптәренән уҡыусылар шөғөлләнә ала.
Радий Хәбиров Pyton һәм java телендә программалау, кибергигиена, системалы администрациялау, мобиль эшләү һәм виртуаль ысынбарлыҡ лабораторияларын ҡараны, мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылар менән аралашты.
2022 йылдың аҙағына Башҡортостандың ҡала һәм райондарында барыһы туғыҙ «IT-Куб» үҙәге ойоштороласаҡ. Был күрһәткес буйынса республика Рәсәй төбәктәре араһында лидерҙар рәтенә инә. Атап әйткәндә, 2021 йылда Стәрлетамаҡта, ә 2022 йылда – Нефтекамала, Сибай, Күмертау, Белорет ҡалаларында, шулай уҡ республиканың төньяҡ-көнсығышында балаларға һанлы белем биреү үҙәге барлыҡҡа киләсәк.
– Был проект бик ҡыҙыҡлы, беҙ уны федераль конкурста еңеү яулау арҡаһында алыуға ирештек, – тине Радий Хәбиров. – Ғөмүмән, беҙҙең республикала өс полилингваль мәктәп бар инде, һәм беҙҙең өсөн уларҙың нисек үҫешеүе мөһим. Бындай учреждениелар һәр ваҡыт беҙҙең иғтибар үҙәгендә, сөнки улар Башҡортостандың буласаҡ элитаһын тәрбиәләй.
Сығанаҡ: Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте
Читайте нас: