Рух
+4 °С
Облачно
Новости
4 Февраля 2021, 20:52

Пандемия башланғандан алып республикала 195 кеше COVID-19 ҡорбаны булған

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәте буйынса,уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йоҡтороуҙың 165 яңы осрағы асыҡланған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тажлы вирус инфекцияһы таралыу мәленән алып республикала 24,9 меңдән ашыу сирле теркәлгән.
Әле стационарҙарҙа 405 пациент дауалана, шуларҙың 52-һе – ауыр хәлдә. Шулай уҡ өй шарттарында дауаланыусылар ҙа бар, уларҙың һаны - 5,4 мең.
«Үткән тәүлектә республикала был вирустан ике үлем осрағы теркәлгән. Пандемия башланғандан алып 195 кеше үлгән», - тип белдерәләр ведомствола
Шулай уҡ 259 дауахананан тыш пневмония осрағы бар. 162 кеше һауығып дауахананан сыҡҡан.
«Башинформ» мәғлүмәттәренән.
Читайте нас