Рух
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2021, 01:19

Өфөлә «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме конкурсы күргәҙмәһе асылды

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы күргәҙмәһе һәм «Этноракурс» фотокүргәҙмәһе асылды, тип хәбәр итә «Башинформ».

Күргәҙмәне асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡатнашты.
Радий Фәрит улының ҡарары менән былтыр йылына ике тапҡыр Милли кейем көнө булдырылды. Шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары үҙ миҫалында милли костюмдың традицияларын пропагандалай һәм уны һаҡлауға ҙур өлөш индереүен билдәләп үтте мәҙәниәт министры һәм «Тамға» проектында ҡатнашыусыларға, жюри ағзаларына рәхмәт белдерҙе.
Экспозицияла проекттың иң яҡшы оҫталарының үҙенсәлекле эштәре менән танышырға мөмкин. Унда – конкурс өсөн башҡорт халҡының милли костюмдары. Күргәҙмәнең төп өлөшөн аутентик милли кейемдәр биләй. Шулай уҡ заманса ҡатын-ҡыҙ кейемдәре коллекцияһы ла бар.
Күргәҙмәлә башҡорт яугире атрибуттарын, традицион костюм аксессуарҙарын һәм биҙәүестәрҙе лә күрергә була.
«Этноракурс» фотокүргәҙмәһендә республиканың билдәле фотографтарының уникаль эштәре ҡуйылған. Улар араһында профессиональ фотограф, «Башҡортостан» гәзите фотохәбәрсеһе Эдуард Дилмөхәмәтов, танылған Өфө фотографы, «Вещдоки Сирия» проекты авторҙарының береһе Айбулат Аҡбутин, фотограф Азат Мөхәмәтйәров, фоторәссам, режиссер Гөлназ Ғәлимуллина бар.
Күргәҙмә 2021 йылдың 28 февраленә тиклем эшләйәсәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалы буйынса.
Фотолар шул уҡ сығанаҡтан.
Читайте нас: