Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2021, 16:05

Өфөлә быйыл тағы бер полилингваль балалар баҡсаһы асылды

3 февралдә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң «Сағыу» биҫтәһендә урынлашҡан 202-се полилингваль балалар баҡсаһында булды.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

180 урынға иҫәпләнгән 202-се балалар баҡсаһы 2021 йылдың ғинуарынан эшләй башланы. Мәктәпкәсә учреждение мөдире Юлиә Ғөбәйҙуллина хәбәр итеүенсә, балалар уйын элементтары ҡулланыу аша урыҫ, башҡорт һәм инглиз теле нигеҙҙәрен өйрәнә. Бөтә педагогтар тейешле квалификацияға эйә. Бында тәрбиәләнеүселәр артабан тел ғилемен ошо уҡ микрорайонда урынлашҡан 162-се полилингваль мәктәптә дауам итә аласаҡ.
Балалар баҡсаһында балаларға төрлө яҡлап үҫеш өсөн шарттар булдырылған. Бында музыка һәм физкультура залдары, өҫтәмә белем биреү кабинеты, медпункт, заманса туҡланыу блогы бар.
Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, республикала полилингваль учреждениелар селтәре төҙөү буйынса эштәр әүҙем дауам итәсәк, уларҙың уҡыусылары туған телдәрендә һәм сит телдә иркен һөйләшә, сифатлы белем ала һәм төрлө компетенцияларға эйә була ала.
Билдәләп үтергә кәрәк, 202-се яңы балалар баҡсаһы«Демография» милли проектының «Ҡатын-ҡыҙ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклемге балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә шарттар тыуҙырыу» төбәк проекты сиктәрендә төҙөлгән
Сығанаҡ: Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте
Читайте нас: