Рух
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль 2021, 01:02

Ял көндәренә ниндәй һауа торошо көтә?

Ял көндәренә көндәр һыуытыуы ихтимал

Ял көндәренә Өфөлә һауа температураһының ҡапыл түбәнәйеүе көтөлә, тип хәбәр итә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
6 февралдә көндөҙ башҡалала термометр бағанаһы плюс билдәһен күрһәтһә, йәкшәмбегә ҡарай төндә температура ҡапыл 13 градусҡа тиклем түбәнәйә.
Февралдең икенсе аҙнаһында һыуыҡ булыуы көтөлә. Төндә -30 градусҡаса төшөүе мөмкин. Яуым-төшөм көтөлмәй, тип әйтелә «Гисметео» порталына һылтанып.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалы буйынса әҙерләнде
Читайте нас: