5 – 25 ғинуарҙа "Невские изумруды" хореография сәнғәте фестиваль-конкурсы үтте.
Ауырғазы районының “Шатлыҡ” өлгөлө хореография ансамбленең төп төркөмө (11-12 йәшлектәр араһында) “Халыҡ бейеүҙәре” номинацияһында 1-се дәрәжә лауреаты булды.
Етәкселәре Альбина Йәлилова “Балетмейстер эше” номинацияһында еңеү яуланы. Ул “Башҡорт балы” хореографик постановкаһы өсөн бирелде.
Шуныһы һөйөнөслө: балалар бейеү ансамбле “Невские изумруды” хореография сәнғәтенең халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашырға саҡырыу алды!
Афарин, йәш бейеүселәр! Артабан да ижади уңыштар һеҙгә!