Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль 2021, 16:10

Башҡортостан урман хужалығы өлкәһендә уңышлы тәжрибәһе менән уртаҡлашты

2021 йылдың 1- 2 февралендә Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығына Магадан өлкәһенән Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы делегацияһы килде.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Эшлекле осрашыуҙа урманды тергеҙеү һәм ултыртыуға материал менән тәьмин итеү мәсьәләләре тикшерелде. Ҡунаҡтарҙы Башҡортостандағы коллегаларының урман хужалығы өлкәһендәге орлоҡсолоҡ һәм питомниктар хужалығын үҫтереү тәжрибәһе ҡыҙыҡһындырҙы.
- Беҙ урман культуралары менән эштәрҙе «Экология» милли проектының «Урманды һаҡлау» федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрәбеҙ, - тип билдәләне республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов. - 15,3 мең гектар майҙанда урман тергеҙелде һәм үҫентеләр ултыртылды. Республика алдына ҡуйылған 97,3% урынына 109,4 процентҡа үтәлде.
- Беҙ йыл һайын хужалыҡ өсөн алыштырғыһыҙ булған тоҡомдарҙы 50 миллиондан 60 миллион данаға тиклем үҫтерәбеҙ. Былар - ҡарағай, шыршы, ҡарағас, ҡайын, тирәк һ. б., был урман участкаларын арендалаусыларҙың, урман хужалыҡтарының ултыртыу материалына ихтыяжын тулы күләмдә тәьмин итә, - тип һөйләне республиканың урман ведомствоһы башлығы. - Урман тергеҙеүҙә 11 теплица 103 питомник мәшғүл, унда ағас үҫентеләрен әҙерләү һауа шарттарына ҡарамаҫтан гарантиялана.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала ултыртылған ағастар Рәсәй Федерацияһы буйынса иң юғары өлөштәрҙең береһе булып тора, ул 50% тәшкил итә, был Рәсәй буйынса яҡынса 20%, Волга буйы федераль округында ултыртыу майҙандары буйынса Башҡортостан беренсе урынды биләй.
.
Шулай уҡ урман ҡануниәтендә ябыҡ тамыр системалы урман культураларын ултыртыуҙы талап иткән үҙгәрештәр тураһында фекер алыштылар. 2022 йылдан бындай үҫентеләр өлөшө яһалма һәм ҡатнаш урман тергеҙеүҙең дөйөм майҙанында 20% тәшкил итергә, 2025 йылдан – 30%, 2030 йылдан – 45% тәшкил итергә тейеш.
2022 йылдан республиканың урман хужалығында был материалға ихтыяжы яҡынса 6,0 миллион үҫенте буласаҡ.
Ҡунаҡтар Өфө урман техник техникумының уҡытыу-тәжрибә хужалығы - Өфө лимонарийына барҙы, ундағы теплица буйлап таныштырыу экскурсияһы үткәрелде, урман хужалығы мәсьәләләре буйынса әңгәмәләштеләр һәм фекер алышыу булды. Магадан урмансылары ҡабул итеү өсөн рәхмәт белдерҙе һәм теплицала төҙөкләндереү эштәренең тиҙ арала тамамланыуын һәм коллегаларына уңыштар теләне.
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы
Читайте нас в